Стәрлетамаҡ егете, “Кривой” позывнойлы яугир яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. “Аструм” сауҙа үҙәгендә маскировкалау селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәр эргәһенә килеп, уларҙың эше менән танышты. Осрашыу бик йылы үтте. Яугиргә күптән традицияға ингән бүләк – ирекмәндәрҙең оҫта ҡулдары менән тегелгән хәрби толстовка тапшырылды. Яугир республика байрағына ҡултамғаһын ҡуйҙы һәм Еңеү өсөн атаһы менән нисек көрәшеүҙәре тураһында һөйләне. Атаһының позывнойы – “Турист”. Аталы-уллы яугирҙәргә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://vk.com/srgazeta