Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә Йәмәғәт палатаһы 15 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Тантанаға йыйылыусыларҙы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов сәләмләне. Ул палатаның 2019 – 2024 йылдарҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм 2026 йылға тиклем билдәләнгән маҡсаттар менән таныштырҙы. – Йәмәғәт палатаһының төп бурыстарының береһе – граждандарҙың йәмәғәт һәм дәүләт институттарына ышаныс кимәлен нығытыу. Тәү сиратта, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр яҡлап ярҙам итеүҙе, шул иҫәптән гуманитар йөктәр оҙатыу һәм консультация ярҙамы күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Рәсәйҙең яңы төбәктәренең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ, мәҫәлән, бер ай элек Луганск Халыҡ Республикаһының Йәмәғәт палатаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк, – тине Данияр Мәүлийәр улы. Палата йәмәғәт контролен көсәйтеү буйынса ла эҙмә-эҙлекле эш алып бара: балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә туҡланыу кимәлен, балалар майҙансыҡтарының талаптарға тура килеү-килмәүен тикшерә, һайлау барышын күҙәтеүселәрҙең эшен ойоштора. Палата рәйесе әйтеүенсә, һуңғы айҙарҙа Башҡортостандың муниципаль палаталары менән бәйләнештәр нығына бара. Быға райондарға сығып, урындағы йәмәғәтселәр менән осрашыуҙар үткәреү булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Йәмәғәт палатаһы күптән түгел Шишмә, Баймаҡ, Хәйбулла райондарына эшлекле сәфәр ҡылған. Бындай осрашыуҙар район һәм ҡалаларҙа даими уҙасаҡ. Юбилей сараһына йыйылыусылар, бер нисә командаға бүленеп, стратегик сессияла ҡатнашты. Улар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән “Башҡортостан 3.0” программаһына тәҡдимдәр индерҙе, социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын эҙләне. Сессия һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан етәкселеге өсөн аныҡ тәҡдимдәр төҙөлдө.