Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әминә Шафиҡоваға ҡара яғып маташалар...

"Пруфы" баҫмаһы журналистары сираттағы тапҡыр уйлап сығарылған “сенсациялар” менән ғауға күтәрмәксе. Был юлы улар республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ҡара яғып маташа. Материалда билдәле режиссер Гөлнара Юринаның да исеме бар, журналистар уны министрҙың “тере кошелегы” тип атаған. Бынан тыш Әминә Шафиҡова рәсми делегация составында Ҡытайға барған һәм унда ресторанда иҫерек килеш йөрөгән тигән, тиҙәр. Ә социаль селтәрҙә ирен һәм ғаиләһен күрһәтмәгәс, тимәк, уның шәхси тормошонда “барыһы ла ҡатмарлы” тип мөһөр баҫып та ҡуйғандар. Ысынбарлыҡта хәлдәр нисек? Әйҙәгеҙ,тикшерәйек. Бөтә донъя фольклориадаһы, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара фестивале, “Китап байрамы" һәм “Әйҙә, уйнайыҡ” форумдары – Башҡортостан ил кимәлендәге ҙур саралар ҡабул итә. Республика ойоштороуҙың юғары кимәлен билдәләй, уны художество һәм техник йәһәттән ҡабатлау ҡыйын. Гөлнара Юринаның Мәҙәни программалар дирекцияһы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл, Шүлгәнташ музей-ҡурсаулығын асыу, “Атайсал“ форумын уҙғарыу, шулай уҡ Башҡортостан батальондарын махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу тантанаһы һәм башҡа мәҙәни саралар өсөн яуап бирҙе. Команданың яйға һалынған эше һөҙөмтәһендә ошо һәм башҡа саралар бик сифатлы үтте. Баҫма республика Мәҙәниәт министрлығының ҙур сараларҙы ойоштороу буйынса контракттары Гөлнара Юринаның коммерция предприятиеларына күсә тип раҫлай, ләкин Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың декабрендәге бойороғона ярашлы төҙөлгән мәҙәни программалар дирекцияһы Юринаның милке түгел һәм Мәҙәниәт министрлығының берҙән-бер подрядсыһы булып тормай. – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы бик юғары ритмда һәм темпта эшләй, улар үткәргән саралар республика ғына түгел, ә федераль, хатта халыҡ-ара кимәлдәге статусҡа эйә. Һәм ошоларҙы иҫәпкә алғанда, бөтә был сараларҙы юғары профессиональ кимәлдә тиҙ ойоштора белгән фирмалар булыуы мөһим. Шуға күрә, әгәр беҙҙә тағы ла ниндәйҙер фирмалар барлыҡҡа килһә, Мәҙәниәт министрлығы улар менән дә ихлас эшләр ине, тип уйлайым. Бөгөнгө көндә кемдәр бар, шулар менән эшләйҙәр, – ти был турала Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты рәйесе Александр Кузьменко. Гөлнара Юринаның профессионаллеген федераль кимәлдәге коллегалары ла дәлилләй: – Мине Башҡортостан Республикаһына саҡырһалар (ә мин бик йыш һеҙҙә эшләйем, фешн-саралар режиссеры булып торам), тәү сиратта кемдең ойоштороусы булғанын белешәм, – тип билдәләне Санкт-Петербургтан продюсер һәм режиссер Сергей Луковский. – Ысынында иһә, был кеше тураһында шуны әйтә алам: ул бик юғары профессионал, бик яҡшы ойоштороусы һәм бурыстарын дөрөҫ бүлә белгән кеше. Беҙҙең бизнес өлкәһенә – саралар ойоштороуға, ижади продюсерлыҡҡа килгәндә – Башҡортостанда унан да яҡшыраҡ профессионалдарҙы белмәйем. Ә иң йәмһеҙе: текст авторы министрҙың шәхесенә күсә һәм уның Ҡытайға командировкаға барып, ҡул аҫтында эшләгән бер кешеһе менән урындағы ресторанға ингән һәм, имеш, унан иҫерек сыҡҡан, тигән һүҙҙәр яҙа. Бынан тыш, баҫма министрҙың ғаилә тормошо именлегендә шик тыуҙырған, сөнки Әминә Шафиҡова шәхси тормошо хаҡында тулы мәғлүмәт баҫтырмай. Баҫма, үҙҙәре яҙған факттарҙың дөрөҫлөгөн тикшереүҙе артыҡ тип һанаған күрәһең, ә журналист этикаһы тураһында әйтеп тороу ҙа юҡ. Әгәр улар “ҡыҙыу факттарын” тикшерһә, ул саҡта Әминә Шафиҡованың рәсми делегация менән Ҡытайға бармауын, ә, тимәк, ундағы ресторандарҙа була алмауын асыҡлар ине. Шәхси тормошона килгәндә, бында аңлатып, аҡланып тороу ҙа артыҡ кеүек. Бик күп төбәк һәм федераль министрҙар социаль селтәрҙә шәхси тормошо тураһында һөйләмәй, һәм быға уларҙың тулы хоҡуҡтары бар. – Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы Ҡытай партнерҙары менән күпер һалған осорҙа беҙ бында, өйҙә эшләнек. “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһы булды, унда беҙ өс илдән һәм Рәсәйҙең туғыҙ төбәгенән ҡунаҡтар ҡабул иттек, - тип һөйләне Әминә Шафиҡова. – Артабан – Аллаға шөкөр, минең ғаиләм ныҡ. Ғаиләм миңә ярҙам иткәнгә, мин бөгөн яратҡан эшем, һөнәрем, шулай уҡ ижадым менән шөғөлләнә алам. 17 йыл бергә ғүмер иткән тормош иптәшем билдәле шәхес түгел, ул - инженер. Ләкин ҡыҙымды социаль селтәргә һалғаным булды, беҙ уның менән юбилей концертымды бергәләп уйнаныҡ, һәм быны ла үҙемдең сәхифәмдә ҡарарға мөмкин. Концертта беҙгә сәскәләр бүләк иткән тәүге кеше минең ирем һәм уның атаһы булды. Үҙенә был тиклем яла яғыусыларҙы судҡа бирергәме-юҡмы - министр әле хәл итмәгән. – Беҙҙең республикала ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары сенсациялы яңылыҡ тип ғәйбәт хәбәр таратырға маташа. “Пруфы” – быға сағыу миҫал. Баҫма журналистары журналистиканың төп принцибы - объективлыҡ хаҡында онота, был компетентһыҙлыҡ һәм профессиональ булмағанлыҡ тураһында һөйләй. Һуңғы ҡыңғырауҙа Башлыҡ менән вальс бейегән Милана исемле ҡыҙ менән булған хәлде генә иҫкә төшөрөргә кәрәк. Был баҫманың ялған мәҡәләһенән һуң ҡыҙыҡайға социаль селтәрҙә яла яғылды, иң мөһим көнөн боҙҙолар һәм хатта ғәфү үтенмәнеләр. Радий Хәбиров эшмәкәрлегендә нимә уңышлы килеп сыға, улар шуны бысраҡ менән ҡапларға тырыша. Әле улар быны республиканың Мәҙәниәт министрлығы аша эшләргә теләй, ә бит дөйөм алғанда ул иң һөҙөмтәле министрлыҡтарҙың береһе булып иҫәпләнә, ә Әминә Ивний ҡыҙы – Министрҙар кабинетында иң тәжрибәле ағзаларҙың береһе. Әле республикала бик агрессив мәғлүмәт мөхите күҙәтелә. Һайлау кампанияһы башланды. Радий Хәбировтың оппоненттары төрлө яҡтан республика Башлығы имиджына зыян килтерергә тырышасаҡ, – тине был турала политолог, “Вәлитов TV” YouTube-каналы авторы Тимур Вәлитов. Ысынлап та, “Пруфы” күптән түгел генә ялған мәғлүмәт таратып, билдәләнгәйне. Май айында республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәп вальсын сығарылыш класс уҡыусыһы менән түгел, ә алдап ҡуйылған колледж студенты менән бейегән тип яҙҙылар. Был мәғлүмәтте кире ҡаҡҡандан һуң ҡыҙ тураһындағы яңылыш мәғлүмәт алып ташланды, ләкин уның алдында бер кем дә ғәфү үтенмәне. Әле иһә мәҙәниәт министрына яңы һөжүм булды, тик бында ла бер дәлилдәре лә ысынбарлыҡҡа тура килмәй.