Бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Ике аҙналыҡ ялдан һуң, яугирҙәр илебеҙҙе яҡлау өсөн хәрби тормоштарына, Ватаныбыҙҙы һаҡларға юлланды. Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы оҙатырға туғандары, яҡындары килгәйне. Шулай уҡ яугирҙәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының баш белгес-эксперты, подполковник Дмитрий Смирнов, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-ойоштороу эштәре буйынса идаралығы начальнигы Фәнүр Ҡәйүмов тәбрикләне. Беҙҙең яугирҙәр хәҡиҡәт яҡлы һәм Рәсәйҙең иреклеге, традицион ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау өсөн көрәшә. Хәрби хеҙмәткәрҙәр дошманды еңеп, ғаиләләренә, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтһын. Егеттәребеҙ илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлағанда, уларҙың ғаиләләре яңғыҙ ҡалмаясаҡ. Һеҙ ҙә Ватан һағына баҫа алаһығыҙ. Бының өсөн контракт төҙөүгә ҡағылышлы һорауҙар менән берҙәм 177 белешмә ном
Ял итеп, һағыштарын баҫып, тағы ла алыҫ юлға сыҡтылар
19 июня 202419 июн 2024
1 мин