Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иргә үсегеп балаһын сәнскән

Был йән өшөткөс хәл былтыр көҙ булғайны. 7 октябрҙә Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында йәшәгән 22 йәшлек ҡатын эсеп алып өйҙәше менән ғауға ҡуптара. Ә ир өйҙән сығып киткәс, үсен тауышҡа уянып карауатында илаған йәш ярымлыҡ улына төшөрә. Аҡылын юйған ҡатын бысаҡ алып баланың эсенә бер нисә мәртәбә сәнсә. Ә аңына килгәс, тышҡа йүгереп сыға һәм осраҡлы кешеләрҙән табиптар саҡыртыуҙы һорай. Ваҡытында килеп еткән табиптар баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Уны санавиация менән Өфөгә Республика балалар клиник дауаханаһына оҙаталар. Әлеге ваҡытта сабый һауыҡҡан һәм атаһы менән йәшәй. Йәш әсәгә килгәндә, уға ҡарата “Бәләкәй баланы үлтерергә маташыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған ине. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Бөгөн Бәләбәй суды ҡарар сығарҙы. Ул дөйөм режимлы колонияға ебәрелә һәм 11 йылға иркенән мәхрүм ителә. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән. Фото: "Маш-Баташ" телеграм-каналы.