Башҡортостанда медицина массажы буйынса лицензия алған медицина учреждениеларының дөйөм һаны 516-ға етте, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Быйыл ғинуар айынан май айына тиклем ошо профиль буйынса 2023 йылда лицензия алған 511 ойошмаға Өфөлә урынлашҡан йәнә яңы биш ойошма өҫтәлгән. Медицина учреждениеһының лицензияһы булыуы тураһындағы мәғлүмәтте һәр кем “Росздравнадзор”ҙың автоматик мәғүмәт системаһының махсус ресурсында (https://clck.ru/353o84) асыҡлай ала. Бының өсөн бары юридик берәмектең йәки шәхси эшҡыуарҙың шәхси номерын (ИНН) эҙләү тәҙрәһендә индерергә кәрәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.