Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһында ҡала ярын асыу тантанаһы уҙҙы. Был биләмә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелгән. Проекттың төп маҡсаты заманса йәмәғәт киңлеге булдырыу һәм һыуға берҙән-бер төҙөкләндерелгән сығыу юлын биҙәү ине. Пляж биләмәһендә тамашасылар өсөн урындар менән сәхнә, урам тренажерҙары һәм пляж волейболы менән спорт зонаһы, кейем алмаштырыу өсөн кабиналар, ҡотҡарыу вышкаһы, ял итеү урындары менән һыуға төшөү өсөн уңайлы юлдар бар. Пирстар йәйәү йөрөү һәм фотосессия өсөн урынға әйләнде. Ял итеү, мангал зоналары, туҡланыу пункттары, спорт майҙансыҡтары, шезлонгалы пергола һәм пирстар, һыу аттракциондары – хәҙер быларҙың барыһы ла үҙенсәлекле ял итеү һәм күңел асыу мөхитен булдыра. Был урын ғаилә менән ял ваҡытын күңелле уҙғарыуҙан тыш, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, онотолмаҫ тәьҫораттар менән уртаҡлашыу һәм Ғаилә йылы сиктәрендә көнүҙәк булған, шатлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу менән тулы мауыҡтырғыс хәтирәләр тыуҙырыу ысулы ла булып тора. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.