Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баҡса еләгенән ҡайнатылмаған тәмлекәс

Күптәрҙең баҡсаларында еләктәр ҙә өлгөргәндер. Ҡышҡылыҡҡа телеңде йоторлоҡ тәмлекәс әҙерләп ҡалығыҙ. Бының өсөн ярты кг баҡса еләге, 750 – 800 г шәкәр кәрәк буласаҡ.Яңы ғына йыйылған еләкте ныҡлап таҙартырға, саҡ ҡына боҙола башлағаны булһа ла, алып ташларға, япраҡтарын ҡалдырмаҫҡа. Бынан һуң уны тағы ла бер тапҡыр йыуып, һыуын һарҡытырға. Ул ҡороп бөтөргә тейеш. Шунан ҡайнар һыу ҡойолоп, тағы ла һарҡытыла.Еләк ҡайнар һыу менән бешекләнгән, стерилләнгән һауыт­ҡа күсерелә. Тейешле шәкәр ҙә шунда өҫтәлә. Ингредиенттарҙы мотлаҡ бутарға кәрәк, шәкәр бөтә ергә лә тигеҙ таралһын. Блендер ярҙамында, бер генә төйөрө лә ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә. Еләк һаҡланасаҡ банкалар мотлаҡ стерилләнә, ҡапҡастар ҙа. Шикләнмәгеҙ, был тәмлекәс оҙаҡ һаҡланасаҡ, шуныһы ғына бар: ул һыуытҡыста оҙаҡ тормай, ныҡ тәмле булғас, тиҙ арала ашалып бөтә. Ҡыш көнө был тәмлекәс йәмле йәй көндәрен хәтергә төшөрөр. Фото: russianfood.com