18 июндә Өфөлә РФ граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министр Александр Куренков менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың янғын һүндереүселәренә һәм ҡотҡарыусыларына 36 берәмек махсус техника тапшырҙы. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына, шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ, Баҡалы, Белорет, Дыуан, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла һәм башҡа райондарға юлланасаҡ.Әйткәндәй, 2024 йыл башынан Башҡортостанға 314,9 миллион һум тәшкил иткән илебеҙҙә етештерелгән 36 берәмек янғын һүндереү һәм авария-ҡотҡарыу техникаһы килтерелгән.Александр Куренков янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар коллективтарына намыҫлы хеҙмәте, республика етәкселегенә ауыл-ҡалаларҙың һәм тәбиғәт биләмәләренең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков һәм төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында ойошторолған техника күргәҙмәһен ҡараны.Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса
Янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға яңы техника!
18 июня 202418 июн 2024
1 мин