Бөгөн һатыуҙа сәйҙәрҙең ниндәйе генә юҡ! Һәр кем күңеленә хуш килгәнде һатып алыу, файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Ә бына ете төрлө үләндән эшләнгән хуш еҫле, таҙа һәм саф көйөнсә һаҡланған, шифалы, сихәтле үлән сәйенә бер ни ҙә етмәйҙер. Теләк булғанда, уны үҙебеҙгә лә әҙерләү мөмкинлеге бар. Сәй яһау оҫталарының береһе Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәй. Ул - Әлфинә Әбүбәкерова һөнәр нескәлектәренә ҡәйнәһе Әминә инәйҙән өйрәнгән. "Ҡәйнәм йыл һайын ете төрлө үләндән сәй эшләр ине. Ҡыш буйы рәхәтләнеп эсеп сығабыҙ, һораусылар булһа, уларға бирә торғайны. Үләндәрҙең шифаһы ярҙам иткәндер, балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә бер ваҡытта ла тымау тейҙереп, һыуыҡ алдырып ятҡаныбыҙ булманы. Хәҙер уны үҙем әҙерләйем, балалар “өләсәйҙең сәйе” тип яратып эсһә, ейән-ейәнсәрҙәр “тәмле сәй” тип йөрөтә", – ти Әлфинә Мөҙәрис ҡыҙы. Сәй яһау өсөн ҡырҙа таҙа урында үҫкән ҡарағат, ер һәм ҡурай еләге япраҡтарын, мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ерегүлән (еркәүек), боланут (иван-чай) япраҡтарын йыйып алырға кәрәк. Сә