Найти тему
Башҡортостан гәзите

100 балл йыйғандар арта

2023-2024 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан 52 уҡыусы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында призлы урындар яуланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе. – Республика, ғәҙәттәгесә, Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса иң көслө ун төбәк иҫәбенә инә. 2024 йылда Башҡортостан төбәктәр рейтингында 10-сы урындан 6-ға күтәрелде, – тип хәбәр итте Илдар Мәүлетбирҙин. – Беҙҙә 10 еңеүсе һәм 42 призер – был олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашҡан бөтә осорҙағы иң яҡшы һөҙөмтә. Билдәләп үтергә кәрәк, Мәктәп уҡыусыларының химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулауы һөҙөмтәһендә Пекинда үткән 58-се Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн илдең йыйылма командаһы составына Башҡортостан вәкиле - Республика инженер лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Вадим Харисов инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда ул 57-се Олимпиадала (Астана) һәм 55-се Халыҡ-ара олимпиадала (Цюрих) алтын миҙалдар яуланы. Илдар Мәүлетбирҙин һүҙҙәренсә, 2018 йылдан Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәргә һәм призерҙарға, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар түләнә. 2023 йылда 421 уҡыусы һәм 242 уҡытыусы ошондай түләүҙәр алды. Бынан тыш, еңеүселәр Рәсәйҙең теләһә ниндәй юғары уҡыу йортона һынауһыҙ профилле һөнәрҙәргә уҡырға инә. Республикала һәләтле уҡыусыларҙың интеллектуаль-ижади потенциалын үҫтереүгә һәм тормошҡа ашырыуға, уларҙы олимпиада хәрәкәтенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән ҙур эште “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге алып бара. Бынан тыш, 2023 йылдан Башҡортостанда предметтар буйынса баш тренерҙарҙы тәғәйенләүҙе һәм тренерҙар командаһы составына уҡытыусы-тәрбиәселәрҙе һайлап алыуҙы күҙ уңында тотҡан төбәк тренерҙар командаһын ойоштороу системаһы индерелде. Бындай әҙерлек үткән уҡыусыларҙың дөйөм һаны 2920 кеше тәшкил итте. Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә берҙәм дәүләт имтиханының яҡынса һөҙөмтәләре лә тикшерелде. Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин 100 балл йыйған уҡыусылар һанының артыуы тураһында хәбәр итте. 18 июнгә биш фән буйынса эште тикшергәндәр ҙә инде. 93 уҡыусы 100 балл йыйған, тағы өсәүһе апелляция йомғаҡтары буйынса 100 балл алған. Шул уҡ ваҡытта 2023 йылда 83 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханынан максималь балл алған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына һәм уҡытыусыларға 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларына дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойошторған ваҡытта яҡшы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. - Мәктәптәрҙә белем биреү сифаты торошо - мөһим күрһәткес. Һеҙ яҡшы эш башҡарҙығыҙ, афарин. Әммә артабан эшләргә кәрәк, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Фото: Баашҡортостан Башлығы сайты.