Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был юлы 55 һарыҡ, бер һыйырҙы йәшен атҡан

Быйыл тәбиғәт беҙҙе һынауын дауам итә. Йәйҙең беренсе айы ғына булыуға ҡарамаҫтан, көслө дауылдар, ҡойма ямғырҙар, йәшен арҡаһында күп кешеләр, мал-тыуар зыян күреп өлгөрҙө. Мәҫәлән, күптән түгел Әбйәлил районында ҡурҡыныс торнадо булды, Бөрйән районының Яуымбай ауылын һыу баҫты, Байназар, Ғәлиәкбәр ауылдарында йәшен һуғыуы арҡаһында һыйырҙар һәләк булды. 16 июндә Әбйәлил районының Туйыш ауылында ла ҡот осҡос хәл теркәлде. Унда көтөүҙә йөрөгән 55 һарыҡты һәм 1 һыйырҙы шулай уҡ йәшен һуҡҡан. Билдәле булыуынса, көтөүсе үҙе зыян күрмәгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә лә йәшенле ямғырҙар көтөлә, шуға күрә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, бигерәк тә йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ. Фото асыҡ сығанаҡтан.