Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәүефле миҙгел тыныс үтһен ине

2024 йылғы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостан урмандарында 17 гектар майҙанда ете янғын сығыу теркәлгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 95 янғынға аҙыраҡ. Уларҙың барыһы ла тәүге тәүлектә һүндерелгән. Республика урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел 17 апрелдән асылды. Яҙғы осор башлыса урман янғындары формированиеларының ваҡытында әҙер булыуы, халыҡ менән әүҙем профилактик эш алып барыуы һәм уңайлы һауа шарттары һөҙөмтәһендә тотороҡло үтте. Урман фондының торошон контролдә тотоу өсөн йыһандан дистанцион мониторинг мәғлүмәттәре һәм 4 миллион гектарҙан ашыу майҙанда һауанан патруллек итеү, шулай уҡ Урал аръяғының биш районы биләмәһендә ҡуйылған “Урмандарҙы һаҡлаусы” мәғлүмәт системаһының видеокамералары файҙаланыла. Ерҙән патруллек итеү ҙә көсәйтелгән, ул урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы 173 тапҡыр асыҡларға мөмкинлек биргән. Ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ менән иҫкәртеү эшен көсәйтергә ҡушты. Шул иҫәптән республикалағы урман фонды өсөн етди эҙемтәләргә килтергән кешеләрҙе енәйәт һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында статистиканы ҡулланырға кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.