2024 йылдың 19 июнендә Өфөнөң Вуз-ара кампусында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһына арналған матбуғат конференцияһы үтәсәк. 2024 йылда ҡабул итеү шарттарында нимә үҙгәргән, нимә ул маҡсатлы уҡытыу, квота буйынса нисек уҡырға инергә һәм бындай уҡытыуҙың ниндәй үҙенсәлектәре бар - Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттары етәкселеге вәкилдәре йыш осраған ошондай һорауҙарға яуап бирәсәк. – Башҡортостанда 8 дәүләт юғары уҡыу йорто, 6 Рәсәй дәүләт юғары уҡыу йорто филиалы, 2 дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорто һәм 2 дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йортоноң филиалы эшләй. Быйыл университеттарыбыҙ бюджетҡа 15 мең самаһы абитуриентты ҡабул итергә әҙер, - тип һөйләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. - Шулай уҡ, 2023 йылдағы кеүек, абитуриенттар биш юғары уҡыу йортона биш һөнәр буйынса документтар тапшыра ала. Уҡыу өсөн ғаризалар һәм документтар 20 июндән дә һуңға ҡалмай ҡабул ителә башлай. 2024 йылда Рәсәй Президенты маҡсатлы
Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү буйынса матбуғат конференцияһы була
18 июня 202418 июн 2024
1 мин