Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң мөһиме - балаларҙың хәүефһеҙлеге

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһе барышында республиканың йәйге сәләмәтләндереү учреждениеларында ял итеүсе балалар өсөн медицина ярҙамын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 133 табип һәм фельдшер, 317 шәфҡәт туташы балаларға медицина ярҙамы күрһәтә тип һөйләне. Уларҙың барыһы ла йоғошло ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү мәсьәләләре, шулай уҡ эпидемик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса семинар үткән. – Уҡытыу барышында медицина хеҙмәткәрҙәре балаларҙың имгәнеүенә, беренсе һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүгә айырыуса иғтибар бүлде, –- тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. Бынан тыш, лагерҙар янында урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ашығыс ярҙам бригадалары һәм стационарҙарҙа койкалар резервын, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү осрағына дарыуҙар һәм сығым материалдары запасын булдырған. Республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин 2024 йылда 500 мең самаһы бала йәйге һауыҡтырыу ялына йәлеп ителәсәген хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар ялының хәүефһеҙлеге һәм сифаты мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеген билдәләне. – Йәйге миҙгел башланғас, балаларҙың файҙалы һәм яҡшы ялы булһын, бөтәһе лә һәйбәт үтһен өсөн һәр саҡ борсолам, - тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Өфөлә элекке шифахана базаһында ойошторолған “Салют” реабилитация үҙәген төҙөү темптары менән ҡыҙыҡһынды. Республика Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев әйтеүенсә, эштәр график буйынса алып барыла һәм яңы уҡыу йылы башына төҙөлөштө тамамлау планлаштырыла. - Был объект Башҡортостан өсөн бик мөһим, уны ата-әсәләр һәм балалар көтә, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Эштең бөтә этаптарын, шул иҫәптән сентябрҙә үҙәкте аса алһын өсөн ҡорамалдар һатып алыу мәсьәләләрен дә даими контролдә тоторға кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.