Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров яугирҙәрҙе бүләкләне

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе махсус хәрби операция яугирҙәрен бүләкләү тантанаһы менән башланды. Башҡортостан Башлығы ялда булған яугирҙәргә генерал Шайморатов орденын һәм миҙалдарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – Александр Сопин, ул республикаһы етәксеһе ҡулынан генерал Шайморатов орденын алды. – Александр Леонидович Сопинды барығыҙ ҙа беләһегеҙ. Ул оҙаҡ йылдар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында эшләгән, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты идаралығы начальнигы урынбаҫары булды. Ошо ваҡыт эсендә, хәрби хеҙмәткә киткәнсе, беҙҙең гуманитар ылауҙарҙы даими оҙатыу менән шөғөлләнде. Шундай ҡыйыу ҡарар ҡабул итте, шуның өсөн уға ҙур рәхмәт. Әле ул “Башҡортостан” полкының танк батальоны командиры. Эшегеҙ өсөн рәхмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Александр Сопин былай тине: – Барығыҙға ла беҙ даими тойған хәстәрлек өсөн рәхмәт. Ләкин иң мөһиме – беҙҙе бында көтөп ҡалған туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ хаҡында хәстәрлек күргәндәрегеҙ өсөн рәхмәт әйткем килә. Башҡа яугирҙәр генерал Шайморатов миҙалдарын алды. Фото: Скриншот.