Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республика йортонда эшлекле осрашыу үтте

Көн тәртибендә федераль янғынға ҡаршы хеҙмәт менән үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу һәм төбәктә янғын хәүефһеҙлеген арттырыу саралары мәсьәләләре тикшерелде. – Башҡортостанға килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ошо көндәрҙә бында күләмле федераль сара – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғын күҙәтеүе эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса бөтә Рәсәй йыйылышы үтә. Бындай кәңәшмәне ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Республика Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәттәре менән үҙ-ара эш итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – янғын һүндереү частары биналарын ремонтлау. Киләһе йылдан уларҙы планлы рәүештә тәртипкә килтерә башлайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков республика етәкселегенә төбәктә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе. – Башҡортостанда күрелгән сараларҙың бик һөҙөмтәле булыуын күрәбеҙ һәм төбәктең был өлкәләге башланғыстарын һис шикһеҙ хуплаясаҡбыҙ, – тип билдәләне Александр Куренков. – Улар кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын ҡотҡарыуға йүнәлтелгән. Был беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыс. Фото: glavarb.ru