18 июндә Республика менән идара итеү үҙәгендә РФ граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министр Александр Куренков менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районының Красноусол ауылында яңы янғын һүндереү-ҡотҡарыу депоһы эшенә старт бирҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала янғын-ҡотҡарыу көстәренең әҙерлек кимәлен һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һәм янғындарҙан һаҡланыуҙы арттырыу буйынса әүҙем эш алып барылыуын билдәләне. – Беҙ һуңғы биш йылда стратегияны тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 800 миллион һум аҡса йүнәлттек. Бөгөн сираттағы объект асыла. Яңы депоны төҙөү өсөн республика бюджетынан 150 миллион һумдан ашыу аҡса китте. Республикала янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү буйынса эште дауам итәбеҙ, саралар 2030 йылға тиклем планлаштырылған, – тине Радий Хәбиров. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәрен яңы депо асылыуы менән ҡотланы. Башҡортостан –