Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәнә өс кешенең ғүмере өҙөлдө...

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре кисә Стәрлебаш районында теркәлгән аварияның сәбәптәрен асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ҡырғыҙ-Миәкә – Стәрлебаш юлының 49-сы саҡрымында хәрәкәт иткән ВАЗ-2110 автомобиленең водителе руль менән идара итеүҙе юғалтыуы арҡаһында машина юл ситенә төшөп китә һәм бетон ҡоймаға бәрелә. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның пассажиры ваҡиға урынында йән бирә, ә икенсе пассажиры иһә медицина учреждениеһына оҙатыла. Икенсе авария Бөрө районында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Шевроле Круз”дың 41 йәшлек водителе электр бағанаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә автомобилдәге пассажир һәләк була, водителе һәм тағы бер пассажир шулай уҡ дауаханаға оҙатыла. Хөрмәтле водителдәр! Рулгә ултырғанда юл ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең яңылышыуығыҙ арҡаһында башҡа кешеләр зыян күреүе ихтимал. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, шуны онотмағыҙ! Фото: Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы.