Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡайҙа һин, атай?..

“Бик оҙаҡ уйланғандан һуң күңел түрендә йөрөткән уйҙарым менән уртаҡлашырға булдым. Бөтә нәмәне эстә йыйып йөрөргә лә ярамай, тиҙәр, шуға күрә уртаҡлашһам, еңел булып ҡалыр, бәлки. Миңә ете йәш булғанда атайым менән әсәйем айырылышты. Һуңынан белеүемсә, сәбәбе хыянат булған икән, дөрөҫөрәге – уларҙың араһына сит ҡатын ингән. Атай өйҙән сығып китте. Беҙ район үҙәгендә ятаҡта, ике бәләкәй генә бүлмәлә йәшәй инек. Ҡустыма өс йәш самаһы, ул, бәләкәй булғас, был хәлдәрҙе иҫләмәй, әлбиттә. Ә мин ҡайһы бер ваҡиғаларҙы ап-асыҡ, ҡайһыларын тоноҡ ҡына итеп хәтерләйем. Атайымды һағынып таптырыуым иҫтә ҡалған. Бер көн ул килде. Беҙ күрше-тирә балалар менән ишек алдында уйнай инек. Ҡустыма – машина, миңә матур ғына ҡурсаҡ тотторҙо, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап яратты. Ҡустымды оҙаҡ ҡына күккә сойорғотоп һикертеүе, мине тубығына ултыртып, сәстәремдән һыйпап яратыуы – кисә генә булған кеүек. “Мин бик алыҫҡа эшкә китәм. Күп итеп аҡса алып ҡайтырмын да, яңы өй һатып алырбыҙ. Әсәйегеҙҙе лә, һеҙҙе лә шунда күсерәм”, - тип һөйләгәне иҫтә. Шул мәл эштәнме, магазинданмы әсәйебеҙ ҡайтты. Ул атай менән нимәлер хаҡында ҡыҙып-ҡыҙып һөйләште. Хатта ирештеләр ҙә, буғай, әсәй уны: “Башҡаса килеп йөрөмә!”- тип ҡыуҙы. Башын эйеп китеп барған атай артынан минең ҡулдағы ҡурсаҡты йән асыуына ташланы, уныһы “Мам-маа!” тигән йәлләүес тауыш сығарып, туҙанлы юлға барып төштө. Мин, илап, ҡурсағымды барып алып, өйгә инеп киттем... Ул ҡурсаҡты әле лә ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайым. Ошо китеүенән атайҙы башҡаса күрмәнек. Беҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн әсәйебеҙ көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Миңә 11 йәш булғанда Әнүәр ағайға тормошҡа сыҡты. Әсәйҙең һәм беҙҙең бәхеткә, ул – бик һәйбәт кеше (быныһын хәҙер килеп аңлайым, әлбиттә). Әнүәр ағай менән әсәйем яңы йорт һалып инделәр. Тағы ике һеңлебеҙ тыуҙы. Әнүәр ағай менән әсәй барыбыҙҙы ла уҡытып, һөнәрле, ғаиләле итеп, оло тормош юлына сығарҙы. Студент йылдарында атайымдың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына башланым. Туғандарына, милицияға мөрәжәғәт итеп, теге саҡтағы һуңғы күрешеүҙән һуң бер йыл үткәс, уның Себер тарафтарында билдәһеҙ шарттарҙа юғалыуы хаҡында белдем. Һуңғы эшләгән урынына хат яҙыу ҙа, бергә эшләгән иптәштәрен табып һорашыу ҙа бер яҡшы хәбәр ҙә килтермәне. Ул шулай һыуға төшкән таштай юҡ булған. Әсәйем был хаҡта белгән икән. Атайҙы эҙләүем тураһында әйткәс, “иҫән түгелдер инде ул” тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ул юғалған ваҡытта уҡ әсәйемә милициянан килеп һорау алып йөрөгәндәр икән. “Теге саҡта ул бит ғәфү үтенеп, аҡса эшләп ҡайтам да яңы өй алырбыҙ, тағы бергә йәшәй башларбыҙ, тип килгән ине. Ә һин уны кисермәнең! Әгәр шунда ҡыумаһаң, ул тере булыр ине!” – тип йөрәкһеп әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Әсәйем күҙҙәре йәшләнеп: “Беҙ атайың менән шул тиклем яратышып өйләнешкәйнек. Мин ул саҡта хыянатты кисерер хәлдә түгел инем”, - тип яуапланы. Бүтән бындай һөйләшеүгә әйләнеп ҡайтманыҡ. Әлбиттә, әсәйемде тамсы ла ғәйепләй алмайым, уға рәхмәтем сикһеҙ. Шулай ҙа, теге саҡта атайҙы кисерә алһа, яҙмыш биттәре бөтөнләй икенсе төрлө яҙылыр ине, моғайын, тип уйлап алам. Шулай уҡ күңелдә, бәлки, атайым терелер, берәй ерҙә йәшәп яталыр, ҡасан да булһа беҙҙе эҙләп тапмаҫмы икән, тигән өмөт ҡуҙы ла баҙлап китә. Уның юғалыуына 25 йыл ваҡыт үтһә лә, күңел өмөттән төңөлмәй икән...” (Сәлимә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән). Нәсих Хәлисов фотоһы.