“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Ғафури районының Туғай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина пункты Туғай һәм Игенселәр ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.Бинала медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Процедура, фельдшер кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә бар. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында ауыл ерендә медицина сифаты яҡшыра бара. Пациенттарға ярҙам итеү өсөн бөтә шарттар булдырылды”, – ти Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙә