Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы – республикабыҙҙың сағыштырмаса яңы барлыҡҡа килгән башҡарма власть органы. Яңы йүнәлештә һәм тармаҡта бик күп нәмәне яңынан башларға, күп нәмәне ҡабаттан үҙгәртеп ҡорорға тура килә. Ошо министрлыҡҡа етәксе итеп бығаса Ҡыйғы район хакимиәте башлығы булып эшләгән Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы ГОРДИЕНКО тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ул бөгөн йүнселлекте артабан әүҙемләштереү нигеҙендә йәмғиәтебеҙҙең үҫешен тиҙләтеү маҡсатында ойошторолған был коллективтың киләсәк пландары тураһындағы һорауҙарға яуап бирә. – Зөһрә Мәүлитбаевна, “Башҡортостан” гәзите журналистары ла Һеҙҙе юғары вазифала эш башлауығыҙ менән ҡотлай. Ҡатын-ҡыҙ – ул серле йомаҡ, тиҙәр халыҡта. Ә серлелек билдәләре Һеҙҙең ошо вазифаға тәғәйенләнеүегеҙ тураһындағы хәбәрҙә үк күренә башланы: кемдер Һеҙ Учалы ҡалаһында тыуған тип яҙа, кемдәрҙер Силәбе өлкәһендә ти, ә ҡайһылары Учалы районының Рәсүл ауылында тип раҫлай. Һеҙ ҡайһы төбәктә үҙегеҙҙең тыуған яҡтарығыҙ тип иҫәпләйһегеҙ, унда йыш булырға мөмкинселек тыуамы, ниндәй тәъҫораттар алып ҡайтаһығыҙ? – Эйе шул, интернеттағы был туралағы мәғлүмәттәр бер-береһенә тап килмәй. Шуға үҙем шәхсән аныҡлыҡ индерәм: мин 1976 йылда Учалы районының Рәсүл ауылында тыуғанмын. Бер йәштә генә сағымда атай-әсәйем Себергә күсеп киткән, сөнки атайыма, Миәс техникумында уҡыуын тамамлағандан һуң, шунда йүнәлтмә биргәндәр. Атайым – геолог, сығышы менән – Белорет районының Тирлән ҡасабаһынан, әсәйем – уҡытыусы., Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуып үҫкән. Ул Рәсүл ауылы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан. Мәктәп йылдарым Ямал-Ненец автономиялы округында үтте. Унынсы класты тамамлағандан һуң атай-әсәйем менән бергә Башҡортостанға әйләнеп ҡайттыҡ, сөнки атайымдың йүнәлтмә буйынса мотлаҡ тейешле булған 15 йыллыҡ эш стажы ла тулғайны инде. Тыуған яҡтарға күсенеп килеү бик ҡатмарлы замандарға тура килде. Хәтерләйһегеҙҙер – 1992-1993 йылдарҙағы дефолт мәле. Себерҙә эшләгән дәүерҙә атайым менән әсәйем тыуған яҡтарҙа ҙур йорт һалып матур тормош башлап ебәреү өсөн күберәк аҡса тупларға тырышты. Әммә әлеге дефолт уны юҡҡа сығарҙы, бөтә был сумма бер нисә кубометр таҡта алыуға ғына етте. Ярай әле Учалы ҡалаһынан 25 километр алыҫлыҡта ятҡан Межозерный ҡасабаһында өйөбөҙ бар ине. Ошо ауылда 11-се синыфты тамамлағас та Өфөгә уҡырға йүнәлдем. Тик баш ҡала миңә беренсе тапҡырҙан уҡ буйһонманы – уҡырға инә алманым. Тыуған яҡҡа кире ҡайтып, мәктәптә эшкә индем. Ул саҡта әле, тәбиғи, юғары белемһеҙ ҙә эшләргә тура килде. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа мине физкультура уҡытыусыһы ғына булып эшләгән тип яҙҙылар. Әммә балаларға физкультура уҡытҡанда миңә 18 йәш кенә ине. Һуңынан барыбер ситтән тороп педагогик уҡыу йортон тамамланым. Минең колледжда алған физкультура уҡытыусыһы дипломы, институтты тамамлағас эйә булған тарихсы белемем дә, Башҡортостандың дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһында алған юрист белемем дә бар. “Минең ҡыҙымдың өс дипломы бар, өсәүһе лә ҡыҙыл”, – тип көлә торғайны атайым. – Тимәк, һеҙҙең хеҙмәт биографияһының ҙур өлөшөн мәктәптәрҙә һәм балалар реабилитацияһы үҙәгендәге педагогик эшмәкәрлек алып тора, һеҙгә 27 йәштә үк “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙаған уҡытыусыһы” исеме бирелеүе, “Йыл уҡытыусыһы”на лайыҡ булыуығыҙ үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Был тәжрибә дәүләт һәм муниципаль вазифаларҙағы эштә ярҙам итәме? – Һис шикһеҙ. Педагогик оҫталыҡтың нигеҙе – ул менеджменттың да нигеҙе. Һин коллективты өйрәнергә, һәр кемдең күңеленә асҡыс таба белергә тейешһең. Балалар баҡсаһымы, министрлыҡмы – ул барыбер коллектив. Улар менән эш итеү кимәле генә, тәбиғи, башҡаса. Педагогика социаль сәйәсәткә лә яҡын тора тип иҫәпләйем. Миңә, бәхеткә күрә, шул йүнәлештә тормош тәжрибәһе туплау мөмкинлеге тейҙе. – Һеҙ байтаҡ йылдар Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булдығыҙ. Ә был вазифа, барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, халыҡты борсоған ҡырҡыу проблемалар менән эш иткән өлкә. Ошондай мәсьәләләр менән шөғөлләнеү етәксегә ниндәй тәжрибә бирә? – Эйе, мәктәптән һуң Учалы районында йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе, артабан район хакимиәте башлығы булып һигеҙ йыл эшләргә тура килде. Ҡыйғы районында, беләһегеҙ, биш йылға яҡын хакимиәт башлығы булдым. Учалы районы ла, Ҡыйғы төбәге лә минең өсөн һәйбәт тормош мәктәбе булды. “Башҡортостанда район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән беренсе ҡатын-ҡыҙ!” тип тә яҙҙылар минең турала. Скепсис нидәйҙер дәрәжәлә булды тип иҫәпләйем. Әммә мин бөгөн Ҡыйғы районында эшләгән һәр көнөмдө, был районда йәшәгән эшһөйәр һәм тырыш халыҡты йылы тойголар менэн ғүмер буйы иҫкә аласаҡмын. Ошо осорҙа башҡарылған ниндәй төп эштәрҙе әйтеп китергә мөмкин? Ҡыйғы районы 2021 йылда социаль-иҡтисади үҫеш буйынса икенсе урынды яуланы. Был беҙҙең өсөн ҙур алға китеш ине. Быйыл ауыл райондары араһында инвестиция йәлеп итеү күрһәткестәре буйынса икенсе урынды алдыҡ. Районда һөт кухняһы, асфальт-бетон заводы асылды, юлдарға асфальт түшәлде, күперҙәр һалынды, йылдар буйы хәл ителмәгән башҡа проблемалар буйынса проекттар тормошҡа ашырылды. Улар араһында социаль йүнәлештә булғандары ла бар. Миҫалға Иҫке Мөхәмәт халҡының “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүенә өлгәшеүҙе, Ибрай ауылында клуб һалыуҙы, Түбәнге Ҡыйғыла парк булдырылыуын әйтеп үтергә була. – Ә был һорау беҙҙең әңгәмәләге иң мөһимелер: яҡын киләсәктә һәм артабан Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына ниндәй төп мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәк, был ведомствоның беҙҙең республикалағы эшмәкәрлеге ниндәй үҙенсәлектәргә эйә? – Дөйөм алғанда, Министрлыҡтың бурысы – эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү өсөн шарттар тыуҙырыу эшен дауам итеү һәм эшҡыуарлыҡҡа туризмға төрлө яҡлап һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү. Беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс – Башҡортостанда бизнес өсөн уңайлы эшлекле мөхит булдырыу, һәр йүнсел үҙ проекттарын тормошҡа ашыра алһын, власть яғынан тиҙ арала ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә булһын. Мин коллектив алдына ҡуйылған бөтә бурыстарҙың тыныс һәм ышаныслы темпта хәл итә барыу маҡсатын ҡуям һәм башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Ә бурыстар һәм маҡсаттар күп. Былтыр, мәҫәлән, күп кенә райондар туризмды үҫтереүгә субсидия алды. Хәҙер ошо сумманың нисек файҙаланалыуын ҡарарға кәрәк: ҡайҙа һәм күпме кэмпингтар, глэмпингтар, башҡа ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк? Башҡортостан – туристарҙы күпләп йәлеп итергә һәләтле төбәк. Әммә, туристарҙан аҡса алып тороу ғына етмәй, уларға шарттар тыуҙырыу ҙа талап ителә: ҡайҙа туҡтап ял итергә, ашап алырға, сүп ташларға һәм башҡалар. Беҙ әлегә тиклем тыуҙырылған шундай шарттарҙың артабан да уңышлы эшләүен дауам итергә һәм камиллаштыра барырға бурыслыбыҙ. Тик был йүнәлештә, әйткәнемсә, бөтә нәмәне ашығыс рәүештә һәм һәр аҙымды уйлап, еренә еткереп башҡарырға, шунан ғына сираттағы кимәлгә ынтылырға кәрәк. Анығыраҡ әйткәндә, беҙҙең алда ике мәсьәлә тора: беренсенән, тәбиғәтте һаҡлау, икенсенән, ошо тәбиғәттә туристик ҡеүәттәрҙе арттыра барыу. Шул иҫәптән – бының өсөн структур үҫеш мәсьәләләрен хәл итеү. Туризмдың үҫеше эшҡыуарлыҡтың ниндәй хәлдә булыуы менән тығыҙ бәйләнгән. Эшҡыуарлыҡтың ил иҡтисадындағы ҙур этәргес көс булыуын бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ. Был өлкәлә үҙмәшғүлдәрҙең йылдан-йыл арта барыуы ла ыңғай күренеш булып тора. Улар араһында рәсми теркәлеп эшләгәндәр ҙә күбәйә һуңғы йылдарҙа. Шуға ла айырым иғтибарҙы йүнәлткем килә: эшҡыуарҙар махсус хәрби операцияға тәүгеләр булып ярҙам итә башланы. Гуманитар ярҙамды үҙҙәре йыя, үҙҙәре алып барып тапшыра. Ҡыйғы районында, мәҫәлән, был эште фәҡәт улар башлап йөрөнө. Миңә лә улар менән бергәләшеп махсус хәрби операция барған төбәктә бер нисә тапҡыр булырға тура килде. Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ көслө ҡатлам булып тора һәм улар башҡарма власть органдарына үҙ талаптарын ҡуйырға хаҡлы тип уйлайым. Беҙҙә уларға ярҙам итеү буйынса дәүләт институттары бар һәм улар уңышлы эшләй һәм яҡын киләсәктә әүҙемлек арта барасаҡ. – Дәүләт яғынан ниндәй ярҙам бар һәм киләсәктә ниндәйҙәре планлаштырала? – Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫеше һәм уға ярҙам” дәүләт программаһы саралары тормошҡа ашырыла. Быйылға эшҡыуарлыҡ үҫешенә дәүләт ярҙамы бер миллиард һум күләмендә планлаштырылған. Ағымдағы йылда федераль ҡаҙнанан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды ала. Республикала бизнесҡа ярҙамды эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары ғәмәлгә ашыра: бәләкәй һәм урта бизнес өсөн яуаплылыҡ алыу, уларға ташламалы лизинг һәм микрозаймдар биреү, консультация-мәғлүмәт һәм мәғариф хеҙмәттәре күрһәтеү. Бишенсе йыл инде республикала һәр районда һәм ҡалала бизнес-шәрифтәр эшләй, уларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары вәкәләттәре тапшырылған. Бизнес-шәрифтәргә урында эшлекле мөхит тыуҙырыу һәм уға төрлө яҡлап ярҙам итеү бурысы ҡуйылған, улар аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәтә” форматындағы кәңәшмәләрҙә ҡатнаша. – Үҙ бизнесын асырға йыйынғандарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? – Эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бер ҡасан да иртә йәки һуң түгел. Беренсе һәм, моғайын, иң мөһим шарт – идея. Ул ниндәйҙер яңы нәмә булырға тейеш йәки һәр хәлдә һеҙҙең бизнесты башҡаларҙан айырылып торһон. Артабан бөтә булған ресурстарҙы баһалау талап ителә: белем һәм белдеклелек, эш тәжриәбәһе, танышлыҡ һәм бәйләнештәр, бизнесҡа бүлә алған ваҡыт, старт капиталы һәм башҡалар. Шуныһы ла бар – бөьә был ресурстар уңышҡа гарантия булып тормай. Уларҙы хәрәкәт итә алған бер бөтөнг берләштерә белергә лә кәрәк. Артабан бизнес-план, эшҡыуарлығтың финанс моделен төҙөргә кәрәк буласаҡ. Мин белем алыу курстарынан, консультацияларҙан, бизнесҡа яңы тотонған эшҡыуарҙар өсөн махсус программаларҙан башларға тәҡдим итәм. “Минең бизнесым” үҙәгенә мөрәжәғәт итергә, консультациялар алыраға мөмкин, был бушлай. Бының өсөн 224-99-99 телефоны буйынса йәки муниципалитеттағы бизнес-шәрифкә мөрәжәғәт итергә лә була. Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенең төп күрһәткестәре (берәмектәрҙә) Күрһәткес 2020 йыл 2021 йыл 2022 йыл 2023 йыл 10.05.2024 2023 йыл менән сағыштырғанда, % Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 122 197 126 929 127 781 135 995 140 316 103,2 Шул иҫәптән: микропредприятиелар 117 307 122 210 123 161 131 491 135 842 103,3 Бәләкәй предприятиелар 4 567 4 395 4 238 4 171 4 144 99,4 Урта предприятиелар 323 Волга буйы федераль округында 1008260 1035009 1043407 1089854 1122056 103 Башҡортостанда туризм үҫешенең төп күрһәткестәре (берәмектәрҙә) Күрһәткес 2021 йыл 2022 йыл 2023 йыл 24.05.2024 2023 йыл менән сағыштырғанда, % Колллектив урынлашыу урындары 586 640 654 618 94,5 Глэмпингтар өсөн ер участкалары һаны 74 154 185 200 108,1 Туроператорҙар һаны 43 55 72 71 98,6 Ике ҡатлы автобуста экскурсиялар һаны 7000 11000 21836 2700 12,4 Ваҡиға саралары һаны 8 104 23 15 65,1 Ваҡиға сараларында ҡатнашыусылар һаны 50 200 66 100 302 365 30 000 9,9 Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмектәренең иҡтисад төрө буйынса структураһы Ташыу һәм һаҡлау 6,8 Ҡунаҡханалар, йәмәғәт туҡланыуы 3,4 Мәғлүмәт һәм элемтә 2,8 Күсемһеҙ мөлкәт менән эшләү 5,7 Һөнәри, фәнни һәм техник эш 7 Административ эшмәкәрлек 3,5 Башҡа төр хеҙмәттәр 4,4 Ауыл хужалығы, урман, һунар, балыҡсылыҡ 4,6 Башҡа тармаҡтар 5,7 Эшкәртеү ҡеүәттәре 7,8 Төҙөлөш 10,7 Сауҙа, автомобилдәр йүнәтеү 37,6 Башҡортостан буйынса туристар ағымы (мең берәмектәрҙә) 2024 йылдың ғинуар-марты 407,4 – 1,1 Оператив мәғлүмәт Былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда Волга буйы федераль округында – 3-өс урын Рәсәйҙә – 14 урын 2024 2023 124,3 131,7 265,1 261,6 412 407,7 632,3 861,9 1149,6 1419,3 1658 1815,6 1943 2058,9 2187,9 ҒИНУАР ФЕВРАЛЬ МАРТ АПРЕЛЬ МАЙ ИЮНЬ ИЮЛЬ АВГУСТ СЕНТЯБРЬ ОКТЯБРЬ НОЯБРЬ ДЕКАБРЬ Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.