Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ярҙам саралары киңәйтелде. Тейешле Закон Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү һәм күп балалы ғаиләләрҙең имиджын нығытыу "Демография" милли проектының төп идеяларының береһе булып тора. Рәсәй Президентының Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса төбәктең закондар сығарыу кимәлендә бер нисә мөһим инициатива индерелде. Ғаилә йылында ярҙам саралары комплексы ҡабул ителде, уға, мәҫәлән, быға тиклем ғәмәлдә булған алты йәшкә тиклемге балаларға бушлай дарыуҙар, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн бушлай туҡланыу ҙа, шулай уҡ Президент Указы менән тәҡдим ителгәндәре лә инде. Төбәктең күп балалы ғаиләләре хәҙер республиканың дәүләт йәки муниципаль милке булып торған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай йөрөй ала. 1 сентябрҙән республика ҡалаларында йәшәгән күп балалы ғаиләләрҙең уҡыусылары транспортта бушлай йөр