Быйылғы тәбиғәткә ни булған, тип хайран ҡалыусылар күбәйә. Ысынлап та, ҡапыл ғына йәшен йәшнәй, ҡойма ямғыр яуырға тотона йә булмаһа көслө ҡойон уйната. Кисә Бөрйән районының Яуымбай ауылындағы тауыҡ кисмәле Ҡайнөй йылғаһы һәм Әбделмәмбәт ауылындағы Сәңгелде йылғалары ташып, ярҙарынан сығып, ауыл урамдары буйлап аҡҡан. Ә бына Әбйәлил раойонындағы Сиҙәм ауылында һуңғы көндәрҙә икенсе тапҡыр көслө ғәрәсәт булған. Дауыл электр бағаналарын ҡолатҡан, мәктәптең спорт залының, шулай уҡ шәхси һәм ике ҡатлы йорттарҙың ҡыйығын алып ташлаған.Ишбулды ауылына был ғәрәсәттең бер осо эләккән, унда көслө ел кәртә-ҡураларҙы емергән. Афәттән зыян күреүселәр һаны арта ғына. Ә һеҙең яҡтарҙа ямғырҙар яуҙымы? Фото һәм видео: ватсаптан