Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш кәләшкә һыу юлы күрһәттеләр

Яңауыл районының Максимов ауылында шатлыҡлы ваҡиға булды – ике йәш йөрәк үҙ яҙмышын бергә бәйләне. Максимов ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм "Аҫылйәр" фольклор төркөмө ҡатнашыусылары йәштәр өсөн "Һыу юлы" йолаһын башҡарҙы. Сара "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Туйҙа боронғо йола буйынса йәш кәләшкә һыуға, шишмәгә йәки ҡоҙоҡҡа юл күрһәтәләр. Ул – усаҡ һаҡлаусы, ә һыу – йәшәү сығанағы. Уға кейәү яғынан туғандары юл күрһәтә. Кәләште шишмәгә тиклем гармунға ҡушылып, дәртле йырҙар менән оҙаталар. Кәләш һыу сығанағына оҙатҡандарҙың барыһына ла рәхмәт йөҙөнән яулыҡтар бүләк итә, һуңынан биҙрәгә һыу алып, муллыҡта йәшәр өсөн һыуға тәңкә ырғыта. Былар барыһы ла музыка һәм йола йырҙары оҙатыуында барҙы. Был матур йола традицияларҙы һаҡлау, уларҙы йәштәргә тапшырыу, халыҡтың мәҙәни үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн уҙғарылған. Кәләш ошолай итеп тәүге һынауҙы үтә. Әгәр һыу сәсрәмәһә, кәләш эшһөйәр буласаҡ, йәштәрҙең бәхете лә шунса уҡ тулы булыр тип һаналған. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтар менән бергә йәштәргә именлек, һаулыҡ, мөхәббәт теләне. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Яңауыл районы хакимиәте.