Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш "шайморатовсылар" бүләкләнде

Ошо көндәрҙә 2-се "СМАРТ" республика полилингваль күп профилле гимназияһында 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә "Йәш шайморатовсы" тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы Геройы М.М. Шайморатов исемендәге кластарҙа белем алған 30 уҡыусы почетлы билдә менән бүләкләнде. "Йәш шайморатовсыларҙы" ҡотларға ата-әсәләр, етәкселәр, уҡыусыларҙың дуҫтары һәм абруйлы ҡунаҡтар килде. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин сәләмләне. Үҙенең сығышында ул ижтимағи тормоштоң төрлө өлкәләрендә әүҙем ҡатнашыусы йәштәргә ярҙам итеү һәм уларҙы дәртләндереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Министр уҡыусыларға 1-се, 2-се дәрәжә "Йәш шайморатовсы" почет билдәһен тапшырҙы. 3-сө дәрәжә почет билдәһенә лайыҡ булған уҡыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева бүләкләне. Үҫмерҙәр һәм йәштәрҙе һәр яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай патриотик саралар илебеҙ Президенты Владимир Путиндың майҙағы указдары менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итә. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.