Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡыярҙарығыҙ иртә һулыймы?

Ҡыярҙарығыҙ иртә һулыймы? Йә йәшелсәләре бик аҙ буламы? Һәр нәмәгә өҫтәмә тәрбиә кәрәк булған кеүек, ҡыярға ла үҫеү өсөн файҙалы матдәләр кәрәк. Мул уңыш алыу өсөн бер нисә ябай кәңәш тәҡдим итәбеҙ: 1. 3-4 ҡыяр япрағы барлыҡҡа килгәндән һуң үҫемлек түбәндәге состав менән эшкәртелергә тейеш: бер биҙрә һыуға 30 тамсы йод, 20 г кер һабыны һәм 1 литр һөт өҫтәргә. Бындай состав менән 10 көн һайын һиптерергә мөмкин. 2. Кистән бер батон икмәкте һыуҙа ебетергә, иртән икмәкте ваҡларға, бәләкәй һауыттағы йодты өҫтәргә. Был шыйыҡсаның бер литрын бер биҙрә һыуҙа болғатып ҡыярға һиптерергә. Ҡалған шыйыҡсаны һалҡын урында һаҡларға мөмкин. Был эретмә менән 2 аҙна һайын түтәлде эшкәртергә була, көҙгә тиклем ҡыяр йәшел төҫтә һаҡланасаҡ. 3. Һыу көршәгендә 2 литр эркет һыуына 150 г шәкәр болғатып, ҡыярға һиптерергә. Бындай эшкәртеүҙән һуң ҡыяр һәм боростарҙа яңынан емшәндәр барлыҡҡа килә, һәм улар йәшелсә бирә. 4. 700 граммлыҡ һуған ҡабығын 10 литрлыҡ көршәккә һибеп, ҡайнатыуға тиклем еткерергә, уттан алғас, ҡапҡас менән ябырға һәм 12-14 сәғәт төнәтергә. Һыу менән шыйыҡландырырға: 1 л төнәтмәгә - 4 л һыу. Ҡыяр ботағына күпләп һиптерергә һәм төбөнә ҡойорға. Һыу һибеүҙе көйләргә кәрәк: ҡыярға һыу етмәй йәки һыу һибеү өсөн бик һалҡын һыу ҡулланыуығыҙ ихтимал. Мәғлүмәт: vk.com/public221589468