Найти тему
Башҡортостан гәзите

Илай-илай ҡаранылар...

Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһе менән Андрей Малаховтың тапшырыуында ҡатнашыуы тураһында яҙғайныҡ. Кисә ул эфирға сыҡты. Тапшырыу башында алып барыусы Рөстәмдең яҙмышы менән таныштырҙы, уның Эльбрусҡа күтәрелеүе хаҡында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта ҙур экранда яҡташыбыҙҙың тау артынан тау яулаған кадрҙары, түбәһендә ата-әсәһенә, яҡындарына рәхмәт белдереүе күрһәтелә барҙы. Был күренеште залдағылар илай-илай ҡараны. Уларға Сафия менән Әминә лә ҡушылды. Тыныслана алмаған бәләкәс ҡыҙҙы Малахов күтәреп атаһының алдына ултыртҡас ҡына шымып ҡалды. Индира Омскиҙағы казармалағы фажиғә, тәүге минуттарындағы кисерештәре тураһында һөйләне... Ә Рөстәм һөйгәненә Киркоровтың мөхәббәт хаҡындағы йырын бағышланы. Сафия менән бергә йырлағанда уларға бар зал ҡушылды. Тапшырыуҙа ҡатнашҡандар Рөстәм Нәбиевтең яҙмышы хаҡында белеп, уның ауыр хәлдә лә төшөнкөлөккә бирелмәүенә, һау кешеләрҙән былайыраҡ тормоштан йәм табып йәшәй белеүенә, яҡшы спорт формаһында булыуына һоҡланыуын белдерҙе, яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләне. Бик әҫәрләндергес, күптәргә өлгө булырлыҡ йәнле тапшырыу булды ул. Нәбиевтәр ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, артабан да шул рухта йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Фото:асыҡ сығанаҡтан.