Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан "Сәйәхәт ит!" туристик форумы еңеүсеһе булды

«Сәйәхәт ит!» Рәсәй туристик форумында Башҡортостан Республикаһының күргәҙмә стенды «Күргәҙмә стендының иң яҡшы мауыҡтырғыс программаһы» номинацияһында беренсе дәрәжә лауреат исемен алды. Экспозицияны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында республиканың «Туризмды үҫтереү үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы әҙерләгән. Сара 2024 йылдың 12 июненән 16-һына тиклем Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы барышында уҙҙы. Рәсәй төбәктәренең урам экспозициялары килеүселәрҙе туристик ҡеүәт менән таныштырыуҙан тыш, махсус тауыш биреүҙә бер-береһе менән ярышты. «Сәйәхәт ит!» туристик форумына килгән һәр кеше фестиваль майҙансығында иң яҡшы стендты һайлағанда тауышын ҡалдыра алды. Тауыш биреү менән шулай уҡ түбәндәге номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде: - Күргәҙмә стендын иң яҡшы визуаль биҙәү; - Күргәҙмә стендында иң яҡшы эксперт консультацияһы. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24191/