Мутлашыусылар, 15 000 проценттан ашыуыраҡ килем тәҡдим итеп, Благовар районынан бер ирҙең алты миллион һум самаһы аҡсаһын урлаған. 27 йәшлек ир-егет полицияға мөрәжәғәт иткән. Егет социаль селтәрҙе ҡараған саҡта тиҙ аҡса эшләү юлын рекламалағандарын күргән. Граждан был тәҡдимде ҡабул итергә булған, һуңынан мутлашыусылар - инвесторҙар уны йылына алты миллион һумдан бер миллиард һумғаса аҡса эшләйәсәгенә ышандырған. Ир-егет мутлашыусы-инвестор менән осрашыу тураһында һөйләшеп килешә. Аҡсаны шәхсән үҙе тапшыра. Мутлашыусы ҡулаҡсаны ала ла билдәһеҙ йүнәлештә ҡаса. Граждандың инвестиция иҫәбе барлыҡҡа килә, унда уның аҡсаһы күренә. Табыш артҡандан-арта бара, ләкин күпмелер ваҡыттан һуң уның килем алыу мөмкинлеге сикләнә, ул техник хеҙмәтләндереү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә, унда уға бер нисек тә ярҙам итмәйҙәр. Шунан үҙенең брокерына яҙмаҡсы булғас, уныһы бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Шунан һуң ғына егет полицияға мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, был ир-егеттең хупланған ипотека аҡсаһыбулған. Һөҙөмтәлә к