“Ейәнсура таңдары” гәзите Үтәғол ауылынан “Абзый" позывнойлы яугирҙең хатын баҫҡан. Ул ауылдаштарына ихлас рәхмәтен белдереп, матур йөкмәткеле хат юллаған. “Хәйерле көн, ауылдаштар! Илебеҙ өсөн ауыр мәлдә, үҙегеҙҙең ваҡытығыҙ, сәләмәтлегегеҙ тураһында онотоп, йәйҙең эҫе көндәрендә ошо һаҡланыу сеткаһын үреп ебәргәнегеҙ өсөн, ауылдаштарым, мең рәхмәт. "Барыһы ла тыуған ил өсөн, барыһы ла еңеү өсөн!" девизы аҫтында һеҙ ауылдан тороп ошондай ярҙам менән беҙҙең рухты күтәрәһегеҙ. Һәр берегеҙҙең ҡул йылыһы тейгән нәски-бейәләйҙәр, сеткалар, һеҙҙең беҙҙе еңеү менән ҡайтыуыбыҙҙы көткәнегеҙҙе белдерә, беҙҙең күңелде күтәрә, еңеүгә ышанысты арттыра. Иң мөһиме – һеҙ йәшәгән, беҙ тыуған йорттарҙа тыныс булһын, ҡыйралыш, емереклек булмаһын, таңдарығыҙ алһыу, йоҡоларығыҙ тыныс булһын өсөн беҙ бында. Барығыҙға ла ихтирам һәм хөрмәт менән ҙур рәхмәт. Берҙәмлектә –көс!” – тип яҙа “Абзый”. Быға тиклем Үтәғол ауылы халҡы берҙәм рәүештә маскировка селтәре үреп, ил именлеге һағындағы яҡташ яугирҙәргә ебәргән булған. Ауыл халҡының бөткәҫ-төкәнмәҫ эше араһында маскировка селтәре үре, башҡа төрлө күстәнәстәр әҙерләүгә ваҡыт тапҡан үтәғолдарға “Афарин!” тибеҙ. Һеҙ ебәргән селтәрҙәр яугирҙәрҙе һаҡлаһын! Сығанаҡ һәм фото: “Ейәнсура таңдары” гәзите (https://vk.com/tandari)