Найти тему
Башҡортостан гәзите

Килешеүгә ҡул ҡуйылды

Витебскиҙа (Беларусь Республикаһы) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Өфө трамвай-троллейбус заводы (УТТЗ) хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры - «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеү компанияһы Валерий Иванкович һәм «Өфө трамвай-троллейбус заводы» предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Сергей Яковлев ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, биш йыл инде белорус “МАЗ”-ы - Өфө трамвай-троллейбус заводының стратегик партнеры, һәм был хеҙмәттәшлек нығына бара. 2023 йыл башында Өфө трамвай-троллейбус заводы Минск заводы менән партнерлыҡ тураһында ҙур килешеүгә ҡул ҡуя, ул етештереүҙе генә түгел, ә сервис һәм дилерлыҡ эшмәкәрлеген дә күҙ уңында тота. Башҡортостан Республикаһы «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара. Лицензиялы дилерҙар һәм сервис үҙәктәре эшләй, “МАЗ” техникаһы ауыл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә әүҙем ҡулланыла. Белешмә. “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте - “БЕЛАВТОМАЗ” холдынгының идара итеү компанияһы - йөк, автомобиль, пассажир, махсус һәм тағылма техника етештереү буйынса предприятие. “МАЗ” маркаһы аҫтында бортлы автомобилдәр, төрлө махсус ҡорамалдар ҡуйыу өсөн шасси - бөтәһе 500-ҙән ашыу модель һәм 3000 автомобиль модификацияһы сығарыла. «Өфө трамвай-троллейбус заводы» акционерҙар йәмғиәтенең төп эшмәкәрлеге - Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ҡала электр транспортының (трамвай, троллейбус, электробус) хәрәкәт итеү составын проектлау, етештереү, модернизациялау һәм ремонтлау. 2020 йылдан «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идара итеү компанияһы - «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводы - компанияның стратегик партнеры булып тора. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24308/

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц