Найти тему
Башҡортостан гәзите

Санкт-Петербургта һабантуй үтә

29 июндә Санкт-Петербург ҡалаһының һәм Ленинград өлкәһенең «Һабантуй» өлкә байрамы уҙа. Байрам ҡала һәм өлкә, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстан хакимиәттәре ярҙамында үткәрелә, уны Төньяҡ баш ҡаланың милли-мәҙәни автономиялары ойоштора. Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһын Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты һәм «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкләй. Делегация составына шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин һәм Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) рәйесе Гөлназ Ибраһимова инә. Башҡортостан мәҙәниәтен Сибай концерт-театр берекмәһенең, Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрының һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары күрһәтәсәк. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24296/