28 июндә Витебскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев һәм Беларусь Милли йыйылышының Республика советы Рәйесе урынбаҫары Сергей Хоменко менән бергә Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумы сиктәрендә ойошторолған Башҡортостан стендын ҡараны. Башҡортостан - форумдың үҙәк майҙансығында стенд урынлаштырған берҙән-бер Рәсәй төбәге. Республика экспозицияһын ялтыр куб рәүешендә эшләгәндәр. Бында килеүселәрҙе зубр фигураһы ҡаршы ала – ул ике төбәктең ныҡлы кооперацияһы символы. Павильон эсендә арт-инсталляция ярҙамында Башҡортостандың мәҙәни, туристик, инвестиция һәм сәнәғәт ҡеүәте, шулай уҡ Беларусь менән тормошҡа ашырылған башланғыстар күрһәтелә. Радий Хәбиров төбәктәр хеҙмәттәшлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, 2023 йылда Башҡортостанда иген эшкәртеү өсөн ҡорамал етештереүсе “Амкодор – Ағиҙел” заводы эш башланы. Бынан тыш, төҙөлөш техникаһы етештереүсе “Амкодор-Алға” заводын төҙөү башланды. Шулай уҡ республика предприятиеларында белорус комплекттарын файҙаланып ауыл хужалығы техникаһы етештерелә башланы. Башҡортостан стенды менән танышҡандан һуң, “Беларус” тракторҙар һәм МАЗ автомобилдәр күргәҙмәһен, шулай уҡ Беларусь Фәндәр академияһы һәм “Беллегпром” концерны экспозицияларын ҡаранылар. Форумдың күргәҙмә майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте, “Минск автомобиль заводы” компанияһы һәм “Өфө трамвай-троллейбус заводы” предприятиеһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/180098.html
Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында – Башҡортостан стенды
28 июня 202428 июн 2024
1 мин