27 июндә “Өфө-Арена” универсаль спорт һарайы алдындағы майҙанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе махсус хәрби операция үткәреү биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Ике аҙналыҡ отпускынан һуң, яугирҙәр илебеҙҙе яҡлау өсөн хәрби частарына юлланды. Туғандарынан һәм яҡындарынан тыш, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы оҙатыу сараһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының баш белгес-эксперты подполковник Дмитрий Смирнов, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-ойоштороу эштәре буйынса идаралығы начальнигы Фәнүр Ҡәйүмов ҡатнашты. “Беҙ хәҡиҡәт яҡлы! Беҙ Рәсәй өсөн! Беҙ традицион ҡиммәттәребеҙ өсөн! Хәрби хеҙмәткәрҙәр Еңеү менән ғаиләләренә, тыуған яҡтарына тере һәм зыянһыҙ ҡайтһын. Яугирҙәребеҙ илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлағанда, уларҙың ғаиләләре хаҡында ҡайғыртасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе оҙата килгән кешеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177