28-30 июндә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә «Роснефть» павильонында Рәсәйҙең боронғо нефть һәм газ сығарыусы төбәктәренең береһе - Башҡортостан Республикаһы көндәре үтә. Павильонға килеүселәр легендар башҡорт нефть тармағын ойоштороу тарихын белә аласаҡ. Башҡортостан стендында «Һанлы ятҡылыҡ»тың күсермәһе эшләй - юғары технологияларҙы үҙ итеүселәр виртуаль ятҡылыҡтағы бөтә процестар менән үҙаллы идара итә ала. Шулай уҡ Башҡортостан көндәрендә ҡунаҡтарҙы нефть эшкәртеү заводтарының Өфөләге төркөмөндә етештереү процестары менән идара итеүҙең тармаҡтағы иң күләмле интеллектуаль системаларының береһе менән таныштырыу ҡаралған. Программаның мәҙәни-күңел асыу өлөшөндә ҡунаҡтарҙың Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәтенә ҡағылыу мөмкинлеге буласаҡ: башҡорт кейеменең тарихы һәм үҙенсәлектәре хаҡында һөйләп, милли кейемдәрҙе күрһәтеү. Теләгәндәр интерактив рәүештә башҡорт хореографияһын, башҡорт телен экспресс-өйрәнә, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре аласаҡ. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24293/