Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре тикшерелде

Мәскәүҙә ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы комитеты сессияларына әҙерлек буйынса эште координациялау буйынса эксперт советы ултырышы үтте. Ултырышта Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәйҙең ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиллеге, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Рената Лоҡманова һәм «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликов ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы комитетының 46-сы сессияһына әҙерлек мәсьәләләрен, алдағы йылдарҙа ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Рәсәй номинацияларын индереүҙе тикшерҙе. Уларҙың иҫәбендә - Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Татьяна Довгаленко менән эш осрашыуы үтте. Унда ҡатнашыусылар мөһим мәсьәләләрҙе һәм киләсәктә хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24292/