Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының травматолог- ортопеды Павел Камзин бишенсе тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала. Дөйөм алғанда, ете ай тирәһе ул урындағы халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Павел Дмитриевич Княгининск дауаханаһында ауырыуҙарҙы ҡабул итә һәм шулай уҡ райондарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн сыға. Ошо ваҡыт эсендә ул өс меңдән ашыу кешене ҡабул итеп, һәр береһенә тейешле ярҙамды күрһәтә. Табиптың күҙәтеүенә ҡарағанда, халыҡ араһында айырыуса остеоартроз һәм быуындар периартриты киң таралған. Шулай уҡ көнкүрештә имгәнеүҙәр һәм йәрәхәттәр алған, мина шартлау һөҙөмтәһендә яраланған осраҡтар ҙа етерлек. Пациенттарҙың береһенә Илизаров аппараты ҡуйылған булған, уға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә медицина ярҙамы талап ителгән. Тик урындағы дауахана шарттарында ярҙам күрһәтеү мөмкин булмаған. Академик Г. А. Илизаров исемендәге Милли травматология һәм ортопедия медицина тикшереү үҙәге менән кәңәшләшкәндән һуң, пациент Ҡурғанға операция яһатырға ебәрелә. –Хеҙмәттәштәремдең ярҙамын һәр саҡ тоям. Ауырыуҙарҙың рәхмәтен ишетеү, ярҙамыңдың бик кәрәкле булыуын тойоу көс бирә, ҡәнәғәтләнеү тойғоһон уята, - ти табип Павел Камзин. Республиканан ситтә хеҙмәт иткән табиптарыбыҙға һаулыҡ, түҙемлек, именлек теләйбеҙ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.