Республика Эске эштәр министрлығының Дежур бүлегенә мутлашыу тураһында 34 ғариза килгән. Бер тәүлек эсендә генә кешеләр 16 миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡандар. Кушнаренко районында 61 йәшлек пенсионер мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Иргә март урталарынан уҡ бер ҡыҙҙан шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр килә башлаған. Ул үҙен биржа инвестициялары буйынса менеджер итеп таныштырған. Иргә һанлы валюта ярҙамында тиҙ аҡса эшләү схемаһын тәҡдим иткән. Инвестициялар ҡорбаны яуыз ниәтлеләргә ике миллион һумға яҡын аҡса күсергән, шуның 1 миллион 300 меңдән ашыуы - үҙенең һаҡламы, ә 600 меңе - кредит аҡсаһы. Ләкин зыян күреүсе полицияға ваҡытында мөрәжәғәт итеп өлгөргән, шуға күрә уның ҡайһы бер аҡса күсереүҙәр туҡтатылған. Процессуаль ғәмәлдәр үткәргәндән һуң, полиция хеҙмәткәрҙәренең йылдам эш итеүе арҡаһында пенсионерҙың урланған суммаһының бер өлөшөн кире ҡайтарыу мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ мутлашыу тураһында ғариза менән Салауат районында йыйыштырыусы булып эшләгән Татар Малаяҙы ауылынан 53 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ғариза яҙғанға тиклем бер көн алда уға, йәнәһе, сымһыҙ элемтә операторҙарынан шылтыратыу булған. Абонент номерының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы сәбәпле, ҡатынды телефонға килгән кодтарҙы әйтергә күндерәләр. Шулай итеп, мутлашыусылар уның башҡа ҡушымталарына инергә рөхсәт ала. Һуңынан мәғлүмәттәрҙең хәүеф аҫтында булыуына һылтанып, ҡатынды кисекмәҫтән бөтә кредит лимитын бөтөрөргә һәм аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәклегенә ышандыралар. Алдашыу ҡорбаны бер миллион һумдан ашыу суммаға кредит юллай һәм бөтә аҡсаны бидәһеҙ банк иҫәбенә күсерә. Хөрмәтле граждандар! Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Финанс мәсьәләләрҙе белгестәр менән бергәләр хәл итергә кәрәк. Килемдәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, билдәһеҙ кешеләргә ышанмағыҙ - был мутлашыусылар булыуы мөмкин! Нәсих Хәлисов фотоһы.