Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Рәсәйҙе төҙөйбөҙ!"

2024 йылдың 1 июлендә Мәскәүҙә «Рәсәйҙе төҙөйбөҙ!» форумы үткәрелә. Ул власть, бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен берләштерә һәм Рәсәй төҙөлөш комплексы ҡаҙаныштарын күрһәтә. Форумды Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Милли инфраструктура компаниялары ассоциацияһы, Инфраструктура инвесторҙары һәм кредиторҙары ассоциацияһы ойоштора. «Рәсәйҙе төҙөйбөҙ!» форумы - тармаҡтың мөһим ваҡиғаһы, уның иғтибар үҙәгендә транспорт, коммуналь, торлаҡ, сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тора. Форумда Рәсәйҙең төҙөлөш һәм транспорт комплекстарын үҫтереү перспективаларын: инфраструктура проекттарын финанслау һәм тормошҡа ашырыуҙы, хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм тармаҡтың кадрҙар ҡеүәтен үҫтереүҙе тикшереү планлаштырыла. Яңы милли проекттарға ҙур иғтибар бүленәсәк. Фото: ойоштороу комитетынан.