Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Эшлекле осрашыу уҙҙы

27 июндә Витебскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларустың Гродно өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Владимир Караник менән осрашты. Көн тәртибендә төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыу башында Владимир Караник Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумында ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан делегацияһына рәхмәт белдерҙе: – Өфөлә үткән форумдан һуң әүҙемләштерелгән аралашыу хеҙмәттәшлегебеҙҙе артабан үҫтерергә, тәрәнәйтергә мөмкинлек бирҙе. Башҡортостан Башлығы берлектәге проекттарҙы үҫтереү өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе атаны: – Беҙҙең арала булған дуҫлыҡ һәм хоҡуҡи мөнәсәбәттәр Гродно өлкәһе һәм Башҡортостан предприятиеларының үҙ-ара килешеп эш итеүенең бик уңайлы иҡтисади структураһын булдыра, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙә Белоруссия предприятиелары менән әҙерләгән башланғыстар бар, һәм һеҙҙе белорус-башҡорт сәнәғәт-инновация кластерын ойоштороуҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. Көнүҙәк проекттар иҫәбендә – ауыл хужалығы машиналары эшләү өлкәһендә кооперация, берлектәге минераль ашламалар етештереү, ауыл хужалығы продукцияһын үҙ-ара тәьмин итеүҙе киңәйтеү. Шулай уҡ яҡтар туризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙең, атап әйткәндә, “Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге” проектын үҫтереүҙең, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн турҙар ойоштороуҙың юғары ҡеүәтен билдәләне. Радий Хәбиров Беларустың Гродно өлкәһе вәкилдәрен Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы. Фото: glavarb.ru