Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе ил Президенты ҡушыуы буйынса йыл һайын үткәрелә. Беренсеһе – төбәк этабы – 12 апрелдә онлайн форматта ойошторолдо. 28 июндә иһә Бөтә Рәсәй "Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты" хеҙмәткә урынлаштырыуҙың федераль этабы старт алды. Йәрминкә саралары тотош ил буйлап ойошторолдо. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һәм башҡалар ҡатнашты. – Кеше эшкә урынлашҡан һәм үҙенең һөнәри эшмәкәрлегендә тәүге аҙымдарын яһаған ваҡыт бик мөһим, сөнки уға күп нәмә бәйле. Әгәр ул дөрөҫ һөнәрҙе һайлаған икән, тимәк, тормошонда ла барыһы ла яҡшы буласаҡ. Шуға күрә бөгөнсө сара – йәштәр, үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн мөһим осорҙарҙың береһе, – тип белдерҙе Урал Килсенбаев. “Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” хеҙмәткә урынлаштырыу йәрминкәһе хыялланған эште табыу урынына әүерелде