Уҙған йылдың 11 октябрендә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия президенты Аслан Бжания башҡорт һәм абхаз халыҡтарының дуҫлығын символлаштырған колоннада нигеҙенә таш һалды. Ошондай уҡ колоннада Сухуми ярында урынлашҡан. Ул ҡаланың үҙенсәлеге булып тора һәм диңгеҙ буйындағы ҡалаларҙың парк архитектураһы өлгөһөнә, курорт ҡалаларының прототибына әүерелә. Өфөлә император стилендәге бындай монументаль ҡоролма бер юлы ике мәғәнәгә эйә буласаҡ: Абхазия менән бәйләнештәрҙе нығытыу, шулай уҡ ҡаланы биҙәү. Ағиҙел йылғаһы яры буйында төҙөлөш бара. Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев был урынды төрлө мәғәнәле объекттар менән тултырырға кәрәклеген бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ә колоннада, әлбиттә, ике бурысты ла үтәйәсәк, Өфө халҡын һәм ҡала ҡунаҡтарын тағы ла бер йәлеп итеү нөктәһенә әйләнәсәк. — Сухумиҙа, мәҫәлән, эргәлә «Брехаловка» кафеһы урынлашҡан, ә инде кешеләрҙең колоннада янында осрашыуы, ә һуңынан ошо кафела аралашыуы символик мәғәнәгә эйә. Беҙҙә лә шулай булһын! Яҡшы тенденциялар ҡуясаҡбыҙ. Яңы объект төҙөлөү менән Өфө туристарҙы йәлеп итеү урынына әйләнеүен күрһәтә. Октябрь Революцияһы урамына төшөп, Өфө тирәләй йәйәүле сәйәхәт башларға мөмкин буласаҡ. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн уңайлы мөхит булдырылыуы бик шәп, — тип аңлатма бирҙе Өфө ҡала советы депутаты Валериан Гагин. Баш ҡалаға 450 йыллыҡ юбилейҙы билдәләү мәлендә колоннаданы асыу планлаштырыла. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Өфө ҡалаһы хакимиәте.