Уға эшҡыуарлыҡ башланғыстарын дәртләндереүгә, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, тотороҡло мәшғүллеккә һәм инвестиция әүҙемлегенә йүнәлтелгән федераль проекттар инәсәк. Был турала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Александр Новак хәбәр итте. – Президент ҡушыуы буйынса, 2030 йылға Рәсәй йылына – яҡынса өс процент, ә алты йылда 16,5 процент тотороҡло үҫеш темптарына сығырға тейеш. Бының өсөн иҡтисадҡа нигеҙләнгән оҙайлы иҡтисади үҫештең яңы моделен булдырырға кәрәк, – тип билдәләне Александр Новак. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инвестициялар үҫеше темпының һаҡланыуы, экспорттың үҫеүе, граждандар килеменең тотороҡло артыуы, иҡтисадты кадрҙар менән тәьмин итеү – иҡтисад үҫеше өсөн төп шарттар. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, күрһәтелгән милли маҡсаттар әлеге көндә төбәк иҡтисадында һиҙелерлек роль уйнай. – Һуңғы биш йылда республиканы йәшәү өсөн иң яҡшы төбәк итеү бурысын ҡуйып, һәйбәт үҫеш темптарын
