Йәштәр көнөнә ҡарата 14 йәштән 18 йәшкә тиклемге кешеләрҙең йәйге хеҙмәт мәшғүллегенә йомғаҡ яһалды. 1 июндән 26 июнгә тиклем Башҡортостанда “Демография” милли проекты ярҙамында 6259 бала эшкә урынлашҡан. Быйыл Республика мәшғүллек үҙәге йәш эш эҙләүселәргә өс меңдән ашыу вакансия тәҡдим итте. Был эш күбеһенсә мәктәп яны участкаларында алып барыла. Аҡса түләп, балалар мәктәп йәки балалар баҡсаһы биләмәһен төҙөкләндерә ала. Шулай уҡ мәктәптең йәйге лагерында вожатый ярҙамсыһы булып эшләү мөмкинлеге лә бар. Мәшғүллек хеҙмәте линияһы буйынса балаларҙы тегеү ҡорамалдары операторҙары, һатыу буйынса менеджер ярҙамсылары, курьерҙар, сувенир продукцияларын етештереүселәр, ярҙамсылар итеп эшкә урынлаштыралар. Вакансияларҙы республика буйынса мәшғүллек үҙәктәре филиалдарында сервис ярҙамында табырға мөмкин йәки үҫмер үҙ резюмеһын “Рәсәй эше” мәшғүллек хеҙмәтенең интерактив порталында ҡалдыра ала. Шулай уҡ йәштәрҙең 28 июндә “Торатау” конгресс-холында уҙған "Проффест. Мөмкинлектәр ваҡыты” Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһендә ҡатнашып, эш биреүселәр менән танышыу мөмкинлеге бар. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.