Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эре IT-компания милли проектҡа ҡушылды

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) “Форт Диалог” предприятиеһы ла ҡушылды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. “Форт Диалог” компанияһы “инфоүҙәк” ярҙамында һөҙөмтәле планлаштырыу индерә һәм ҡаҙаныштарҙы күҙәтеп бара. Ул Рәсәйҙең ҙур системалы интеграттар исемлегенә инә һәм нефть-газ секторы предприятиеларына, белем биреү, транспорт һәм башҡа тармаҡтарға IТ –технологиялар индереү менән шөғөлләнә. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, был - Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылған компаниялар төркөмөнөң икенсе структураһы. - Тәүге предприятие 2023 йылдың апрелендә милли проекттың ҡатнашыусыһы булып китте. Хәҙер уға тағы ла бер структура ойошмаһы ҡушылды. Дәүләт тарафынан адреслы ярҙам менән әҙерләүҙән башлап проектты тормошҡа ашырыуға тиклем компания үҙенең позицияһын нығытасаҡ, - тине ул. Был турала килешеүгә предприятие республика Хөкүмәте һәм төбәктең компетенциялар үҙәге менән ҡул ҡуйҙы. Компания һаҡсыл производство ҡоралдарын ҡуллана, был процестың һөҙөмтәлелеген кәмендә ике тапҡырға арттыра. Компетенциялар үҙәге эксперттары был йүнәлештә эш башлаған да инде. - Классик схема буйынса эшләйбеҙ. Әле диагностика үткәрәбеҙ, аҙаҡ хеҙмәткәрҙәр менән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, һөҙөмтәлелекте күтәреү буйынса ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ, - тине төбәктең компетенциялар үҙәге етәксеһе Азамат Дәүләтбаев. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы булдырылған. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.