58 йәшлек Илгизәр Шәрәфетдинов Яңауылдағы коррекцион интернат- мәктәптә хужалыҡ эштәрен башҡара, бинаны хеҙмәтләндереүгә өлөшөн индерә. Ә буш ваҡытында һүрәт төшөрөү менән мауыға, тип яҙа “Янаульские зори”. Интернаттың тәүге ҡатындағы стеналар уның оҫта ҡулдары арҡаһында йәнләнгән. Республиканың матур тәбиғәте ашханаға ла күскән. Был йылы, йәмле мөхиттән айырылғы ла килмәй. Һүрәт төшөрөү һәләте унда бала саҡтан башлана. Бындай талант, композиция төҙөү, хәрәкәт һәм йәнлелекте күрһәтә белеү ҡайҙан килә торғандыр, уныһын Илгизәр Кираметдин улы үҙе лә аңламай. Мәктәпте тамамлағас, Свердловскиҙағы художество училищеһына уҡырға инә. Аҙаҡ армияла хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләмәй! Ҡулға бумала, буяуҙар алырға егеттең мөмкинлеге булмай. Ҡатыны Фәриә Рәшит ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләүҙән тыш, хәләл ефетенең өс туғанын ҡарап үҫтерәләр, ғаиләгә тәрбиәгә тағы өс етемде алалар... Рәссамдың картиналар коллекцияһы булмаһа ла, ул ҙур теләк менән интернат стеналарын йәнләндерә, уның һүрәттәренә ҡар