Тәүге эш көнөндә Радий Хәбиров «Беларусь союздаш дәүләтенең һәм Рәсәйҙең үҫешен тәьмин итеүҙең мөһим йүнәлеше булараҡ төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү» секцияһында сығыш яһаны. Полоцкиҙағы майҙансыҡта форумдың 200-ҙән ашыу делегаты йыйылды, улар власть, бизнес органдарының үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ мәғариф, мәҙәни һәм туристик алмашыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Секция эшен Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы Советының төбәк сәйәсәте һәм урындағы үҙидара буйынса даими комиссияһы рәйесе Леонид Заяц һәм Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитеты рәйесе Андрей Шевченко асты. – Рәсәй менән Беларусь Республикаһының хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһенән күренеүенсә, төбәктәребеҙ артабан да сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль-мәҙәни, гуманитар һәм интеллектуаль мөмкинлектәрҙе берләштерергә ниәтләй, – тине Андрей Шевченко. Башҡортостан белорус партнёрҙары менән хеҙмәттәшлек күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙең алдынғы т
Радий Хәбиров Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәре форумының төбәк-ара хеҙмәттәшлек секцияһында сығыш яһаны
27 июня 202427 июн 2024
4 мин