Ишембай районының Яңы Әптек мәктәбендә спортҡа иғтибар элек-электән көслө, шуға ла күптәрҙең был шөғөлдө артабан да ташламауҙары ғәжәп тә түгел. Был тарафҡа эш сәфәребеҙ барышында Яңы Әптек ауылынан спортҡа мөкиббән Әлмира һәм Максим Слеповтар ғаиләһе менән танышыу форсаты тейҙе. Үкенескә ҡаршы, беҙ барғанда ғаилә башлығы эштә ине. Шулай булһа ла, әңгәмәбеҙ йәнле, тулы килеп сыҡты. Әлмира менән Максим икеһе лә Яңы Әптектекеләр, бер мәктәптә, бер класта уҡығандар. Бер-береһенә һөйөү хистәре лә үҫмер осоронда тоҡана. Әлмира егетте армияға оҙата, көтөп ала. Йылдар аша һыналған мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, улар тиҙҙән өйләнешә. Максим рус егете булһа ла, йәштәр никах уҡытып, ғаилә ҡороп ебәрә. Хәҙер тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына ла 20 йыл ваҡыт үтеп киткән. Мәктәптән үк спортҡа ғашиҡ ҡыҙ Стәрлетамаҡ физкультура техникумына юллана. Уны уңышлы тамамлап, йәнтөйәгенә эшкә ҡайта. Физкультура уҡытыусыһы ғына түгел, бер осорҙа уға Яңы Әптек мәктәбенең директоры ла булып эшләргә тура килә. Б