“Маш-Баташ” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, бөгөн Октябрьский ҡалаһындағы фатирҙа үлгән кешеләр табылған. Асыҡланыуынса, улар өс кешенән торған ғаилә булған. Мәғлүмәттәргә ярашлы, ғаилә маргиналь йәшәү рәүеше алып барған: сүп-сарҙан әйбер йыйыу менән шөғөлләнгән һәм спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан. Өсәүһе лә срогы сыҡҡан аҙыҡ-түлек йәки сифатһыҙ алкоголь менән ағыуланып үлгән тип күҙаллана. Күршеләр подъезда алама еҫ һиҙеп махсус хеҙмәттәр саҡыртҡан. Ҡотҡарыусылар һәм полиция ишектәрен емереп инергә мәжбүр булған. Һөҙөмтәлә, өлкән йәштәге атай менән әсәй һәм уларҙың 32 йәшлек улы табылған. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә өс кешенең ғаиләһен үҙ фатирында үле килеш табыу фактын раҫлағандар. - Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, криминаль характерҙағы билдәләр күренмәй, үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрелә, - тип белдерҙеләр Тәфтиш комитетында. Фото: ufa.mk.ru